Ә ҺЕҘ ҮТТЕГЕҘМЕ ӘЛЕ? PDF Печать E-mail

Кешенең сәләмәтлеге борсомаһа, ул дауаханаға барыу тураһында уйлап та ҡарамай.Ғәҙәттә, сир билдәләре ныҡлап күренә башлағас ҡына табипҡа мөрәжәғәт итергә күнеккән беҙ. Ә иң ҡыҙға-нысы шул, ауырыуҙар, «йәшеренеп ятырға» ярата. Йыш ҡына был етди эҙем-тәләргә килтерә, кешенең һаулығына ғына түгел, ғүмеренә лә хәүеф менән янай. Ауырыуҙарҙы алдан асыҡлау маҡсатында 2013 йылда халыҡты диспансерлаштырыу башланды.

Диспансеризация үтеү йәшен билдәләү ауыр түгел. Бының өсөн быйыл һеҙгә нисә йәш тулған йәки туласаҡ, шул һанды өскә бүләһең. Ҡал-дыҡһыҙ бүленһә, тимәк, һеҙҙең йылғылар ти - Был сараның ни тиклем мөһим икәнлеген халыҡ аңланы. Көн һайын 75-ләгән кеше ҡабул итәбеҙ. 31 июнгә тиклем 17800 кеше мөрәжәғәт итте. Асыҡланған ауырыуҙар һаны бихисап. Айырыуса шәкәр диабеты күп, ҡандағы холестерин күләме лә һәр икенсе кешелә юғары. Был, үҙ сиратында, ҡан тамырҙары ауырыуҙарына һәм йөрәктең ишемик сиренә килтереүе ихтимал. 1 июлдән диспансеризация үтеү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың фекеренсә, өс йыл бик ҙур арауыҡ. Ул ваҡытта әллә ниндәй ауырыуҙарҙың аҙыуыкшереү үтә.

ихтимал, ти. Хәҙер 18 - 39 йәшлектәр генә был тикшеренеүҙе өс йылға бер тапҡыр үтә ала, ә 40-тан уҙғандар йыл һайын тикшерелергә тейеш. Яңы ҡанундар буйынса, 45 йә штәгеләр ФГДС үтергә тейеш, 40 йәштән һуң эсәк яман шешен асыҡлау өсөн ике йыл һайын йәшерен ҡанға тиҙәк тикшерелә, шулай уҡ күҙҙе ҡарайҙар. 40-тан уҙған ҡатындар маммографияны ике йылға бер үтергә тейеш. Ирҙәрҙең простата яман шешен иҫкәртеү маҡсатында 45, 50, 55, 60, 64 йәштә ПСА-ға ҡан алына, - тип һөйләй Сәләмәтлек үҙәгенең врач-терапевты Лиана Мәзитова.

Роза Рәхимова, 45 йәш: 
- Был тикшеренеүҙе икен-сегә үтәм. Тәүгеһендә барыһы ла яҡшы ине, ә быныһында шәкәр күләменең юғары булыуы асыҡланды. Ярай әле, башланғыс стадияһында. Бер билдәләре лә һиҙелмәне. Килмәһәм, үтмәһәм, уның барлығын да белмәҫ инем. Табип дарыуҙар яҙып бирҙе, диета тоторға ҡушты. 
Мәҙинә Яҡупова, 69 йәш: 
- Йөрәк ауыртып-ауыртып ала ине инде. Дарыу эсәм дә, шуның менән бөттө. Табипҡа барып күренергә ваҡыт тапмайым. Быйыл минең йыл булғас, диспансеризацияға саҡырҙылар. Флюорография, ЭКГ үткәндә йөрәгемдең ҙурайыуы асыҡланды, ашығыс рәүештә табипҡа ебәрҙеләр. Инсульт, инфаркт ауырыуҙары бигерәк күп бит хәҙер. Артабан да шулай йөрөһәм, аҙағы ни булып бөтөүен күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. 
Халыҡ фекере буйынса, диспансеризацияны һәр кем-гә үтеү мотлаҡ. Хәҙер иһә эшләгән кешеләр хатта шәмбе көн дә мөрәжәғәт итә ала.

 

 

 

 

Наш опрос

Ваше отношение к курению
 
Качество медицинского обслуживания в нашем городе
 

Кто на сайте

Сейчас 17 гостей онлайн